Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республика порталдары Сайт картаһы Вход

Башҡортостан Республикаһының тарифтар буйынса дәүләт комитеты

Граждандарҙы күсмә ҡабул итеү

28 Август 2018
24
0

2018 йылдың 28 авгусында республиканың Дүртөйлө районы муниципаль районында коммуналь ресурстарға Дәүләт комитеты раҫлаған хаҡтар, тарифтарҙың ҡулланылышы һәм үтәлеше буйынса һорауҙар менән граждандар ҡабул ителде. Мөрәжәғәттәргә ведомство рәйесе С.Н. Бурдюк яуап бирҙе.

Һөйләшеү мәлендә район халҡы һыу оҙатыу, электр менән тәьмин итеү коммуналь хеҙмәттәренә хаҡ, эҫе һыу менән тәьмин итеүҙәге йылылыҡ энергияһы компонентына түләү буйынса һорауҙар бирелде. Уларға төплө итеп яуап ҡайтарылды. Граждандар шулай уҡ ике яҙма һорау бирҙе, уларға комитет закон ҡуйған ваҡыт эсендә яуап ҡайтарасаҡ.

Комитет рәйесе граждандарҙы ҡабул итеүҙән һуң райондың ресурстар менән тәьмин итеүсе ойошмалары етәкселәре һәм белгестәре менән эш кәңәшмәһе үткәрҙе.