Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республика порталдары Сайт картаһы Вход

Башҡортостан Республикаһының тарифтар буйынса дәүләт комитеты

Йәмәғәт советының сираттағы ултырышы үтте

7 Сентябрь 2018
19
0

7 сентябрҙә БР Тарифтар буйынса дәүләт комитеты ҡарамағындағы Йәмәғәт советының сираттағы ултырышы уҙҙы. Унда дүрт һорау ҡаралды.

Совет ағзалары 2018 йылдың тәүге яртыһында комитетҡа мөрәжәғәт иткән граждандарҙың һәм ойошмаларҙың ғаризаларын ҡарау буйынса отчет тыңланы. Был юҫыҡ буйынса эш Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы, Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы, 2006 йылдың 2 майындағы № 59-ФЗ “Рәсәй Федерацияһы граждандарының мөрәжәғәттәрен ҡарау тураһында” Федераль законына, 2006 йылдың 12 декабрендәге № 391-з “Башҡортостан Республикаһы мөрәжәғәттәре тураһында” законына ярашлы алып барылды.

Йылдың тәүге яртыһында дәүләт комитетына 184 мөрәжәғәт килгән, уларҙың 9-ҙына ҡарата саралар күрелгән. 175 мөрәжәғәткә төплө аңлатма бирелгән. Граждандарҙы күберәк коммуналь хеҙмәттәргә һәм электр энергияһына тарифтар борсоған. Йәмәғәт советы ағзалары рәсми сайтта “һорау-яуап” бүлеге бар һәм уларҙа төплө мәғлүмәт булыуы тураһында тағы ла берҙе белдерҙе.

Ултырыш мәлендә Йәмәғәт советының электрон почтаһын булдырырға һәм уның адресын сайтҡа ҡуйырға ҡарар ҡабул ителде. Уға граждандарҙың мөрәжәғәте ҡабул ителәсәк.