Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республика порталдары Сайт картаһы Вход

Башҡортостан Республикаһының тарифтар буйынса дәүләт комитеты

Фармацевтика ойошмалары етәкселәре, шәхси эшҡыуарҙар иғтибарына! Мәғлүмәт биреү ваҡыттары оҙайтылды.

17 Сентябрь 2018
15
0

БР Тарифтар буйынса дәүләт комитеты Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәттең 2018 йылдың 3 сентябрендәге №АЦ/70030/18 хатына ярашлы, Рәсәй ФАС-ына тапшырыла торған йыйылма мәғлүмәт биреү ваҡыты үҙгәреүе арҡаһында, 2017 йылға тапшырыла торған ЖНВЛП һанау материалдары 2018 йылдың 10-15 октябренә күсерелә. Был шулай уҡ 2018 йылдың 27 июлендәге 1193/05/2018 һанлы ГКТ РБ хатына ярашлы ФГИС ЕИАС форматлы электрон шаблонлы 2018 йылдың планлы күрһәткестәренә лә ҡағыла.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: NADB.JNVLP.APTEKA.2018 шаблонының актуаль версияһы ЕИАС: http://eias.ru веб-сайтында урынлашҡан. Уны “Отчетные формы (шаблоны) бүлегендә, “Медицина” өлөшөндә табырға мөмкин.
Уны тултырыу алдынан махсус инструкция менән танышырға кәңәш итәбеҙ. Ул БР Тарифтар буйынса дәүләт комитеты сайтында бар.

УСН ҡулланыусы йәки ЕНВД түләүсе ойошмалар П2 битен тултырғанда түбәндәгеләргә иғтибар итһен:

- R бағанаһын (етештереүсенең фактик хаҡы) НДС иҫәпләмәйенсә килтереү хаҡын килешеү протоколына ярашлы итеп, ЖНВЛП хаҡы мәғлүмәте менән тултырырға кәрәк;
- О һәм Р бағаналарында ЖНВЛП һатып алыуҙың фактик хаҡтары күрһәтелә (ЖНВЛП һатып алыуға киткән реаль сығымдар). Унда шулай уҡ һатыу хаҡтарын да яҙырға кәрәк (ЖНВЛП фактик һатыу хаҡтары).

ЕИАС электрон шаблоны форматындағы ЖНВЛП һатыуҙың иҫәпләү материалдарын bashtarif16@bashkortostan.ru адресына ебәрергә кәрәк. Электрон шаблон менән бергә отчет йылына ҡарата килем, һатыуҙың үҙҡиммәте, башҡа килем-сығым күрһәтелгән (баланстың 2 формаһы) финанс һөҙөмтәләре отчетының сканы ла кәрәк буласаҡ.

Иғтибар итегеҙ! Лицензияны ҡабаттан рәсмиләштереү, юридик шәхес етәксеһен алмаштырыу, шулай уҡ юридик шәхес учредителдәрен үҙгәртеү отчет периоды өсөн ЖНВЛП һатыу иҫәпләү материалдарын, идара итеүҙең планлы ваҡытына көтөлгән күрһәткестәрҙе тапшырыуҙан азат итә алмай.

Иҫкәртәбеҙ – Административ хоҡуҡ боҙоуҙар Кодексының 19.7.1 статьяһының 1-се өлөшөнә ярашлы, «непредставление сведений или представление заведомо недостоверных сведений в орган, уполномоченный в области государственного регулирования тарифов, если обязательность представления сведений предусмотрена нормативными правовыми актами для установления, изменения, введения или отмены тарифов, а также исполнения указанным органом полномочий по контролю (надзору), сбору информации, а равно их непредставление в указанный уполномоченным органом срок» административ хоҡуҡ боҙоу тип һанала һәм уға штраф һалына.