Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республика порталдары Сайт картаһы Вход

Башҡортостан Республикаһының тарифтар буйынса дәүләт комитеты

БР Тарифтар буйынса дәүләт комитеты коллективы «СДЕЛАЕМ 2018» күләмле экология акцияһында ҡатнашты

15 Сентябрь 2018
29
0

15 сентябрҙә, шәмбе көндө ведомство коллективы Бөтә донъя таҙалыҡ көнөнә арналған һәм Рәсәй буйынса үткәрелгән «СДЕЛАЕМ 2018» акцияһында ҡатнашты.   

Дәүләт комитетында эшләүселәр акцияла ҡатнашҡан башҡа коллективтар менән Өфөнөң Киров районы, Аврора урамы буйындағы урман-парк зонаһы биләмәһен таҙартты. Күмәк көс тәҫьиренән һуң әйтелгән урындар күҙгә күренеп таҙарҙы, утилләштереүгә бер нисә тиҫтә тоҡ сүп-сар сығарылды. Әйткәндәй, ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыуға (пластик / быяла / ҡағыҙ / резина / питание элементтары (батарейкалар) / алюминий) айырым иғтибар ителде.
Эш бөткәндән һуң дәүләт комитеты коллективы акцияны үткәреү штабы янында күмәкләп фотоға төштө. Аҙаҡтан ойоштороусылар кешеләрҙә тәбиғәт ресурстарына яуаплы ҡарауҙы булдырыу мөһимлеге тураһында лекция менән сығыш яһаны.

Акция тураһында. «Сделаем!» – граждандар проекты булып тора. Ул үҙенә маҡсат итеп, йәмғиәт, власть, бизнес һәм киң массалы мәғлүмәт сараларын бер командаға туплауҙы, тәбиғәтте сүп-сарҙан таҙартыуҙы һәм таҙалыҡты һаҡлауҙы алған. 2018 йылдың 15 сентябрендә халыҡтың 5%-тын йәлеп итеп ҡалдыҡтарҙы таҙартыу сүп-сар проблемаһына иғтибар бирәсәк һәм уны системалы хәл итергә башланғыс һаласаҡ. Быға экологик белем биреү, ҡулланыуҙы кәметеү, һаҡлаусы технологиялар индереү һәм сүп-сарҙы айырым йыйыу инә.
#СДЕЛАЕМ2018 #ПРОСТОРАЗДЕЛЯЙ #ЗЕЛЕНАЯБАШКИРИЯ