Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республика порталдары Сайт картаһы Вход

Башҡортостан Республикаһының тарифтар буйынса дәүләт комитеты

БР Тарифтар буйынса дәүләт комитеты рәйесе “50 ПЛЮС. Өлкән йәштең бөтә плюстары”, “«Һаулыҡ һәм оҙон ғүмерлелек»” пленар ултырыштарында сығыш яһаны

5 Октябрь 2018
33
0

3 октябрҙә Өфөлә оло быуын өсөн “50 ПЛЮС. Өлкән йәштең бөтә плюстары”, “«Һаулыҡ һәм оҙон ғүмерлелек» күргәҙмәләре асылды.   

Саралағы пленар ултырышта “Коммуналь хеҙмәттәргә тарифтар һәм уларҙы ҡулланыу шарты” темаһына доклад менән Светлана Бурдюк сығыш яһаны. Дәүләт комитеты рәйесе тыңлаусыларға Башҡортостан Республикаһында коммуналь хеҙмәттәргә ғәмәлдә булған тарифтар тураһында һөйләне. Аҙаҡтан ул һәр муниципаль берәмектә теге йәки был хеҙмәткә ҡарата тариф дөрөҫ ҡулланыламы-юҡмы икәнен тикшереү ысулен әйтеп үтте. Докладта 2019 йылдың 1 ғинуарынан индереләсәк һәм граждандарҙың квитанцияларында күренәсәк яңы коммуналь хеҙмәт тураһында әйтелде. Ул ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы эшкәртеүҙә төбәк операторы хеҙмәтенә ҡағыласаҡ.

Светлана Николаевна ведомство бар граждандар өсөн асыҡ, комитеттағы Йәмәғәт советы составына өлкән быуын вәкилдәре инә, шуға күрә лә ведомство эшенә өлкәндәр ҙә ҡатнаша ала тип тағы берҙе белдерҙе.

Күргәҙмә тураһында тулыраҡ мәғлүмәт менән Башҡортостан республикаһының Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы сайтында танышырға мөмкин.