Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республика порталдары Сайт картаһы Вход

Башҡортостан Республикаһының тарифтар буйынса дәүләт комитеты

Башҡортостан Республикаһының Тарифтар буйынса дәүләт комитеты “Асыҡ диалог” акцияһында ҡатнашты

8 Октябрь 2018
16
0

5 октябрҙә БР Тарифтар буйынса дәүләт комитеты хәҙер инде традицияға әйләнгән “Асыҡ диалог” акцияһында ҡатнашты. Уны Башҡортостан Республикаһының Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты ойошторҙо.

Тарифтар буйынса дәүләт комитеты рәйесе Светлана Бурдюк баш ҡаланың Киров районы торлаҡ хужалығы идараһында булды. Уның урынбаҫары Эмилия Абдуллина иһә Совет районында ҡабул итеүҙә ҡатнашты. Граждандар башҡарма власть органдары менән һөйләшеүҙә үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуаптар һәм аңлатмалар ала алды.